Үлән йоҡа, тик был ҡурҡытмай19.07.2012
Үлән йоҡа, тик был ҡурҡытмайРеспублика хужалыҡтарында иң ҡыҙыу осор. Ауыл эшсәндәре ураҡҡа ла төштө, бер ыңғайҙан ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы ла әҙерләй. Дүртөйлө районының "Победа" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә (директоры – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рифҡәт Ғилфанов) бөгөн бесән әҙерләү киң ҡолас менән бара.

Әлбиттә, үлән былтырғыға ҡарағанда насар үҫкән, ҡуйы түгел, әммә ферма ихатаһына төргәктәрҙә бесән ҡайта. Күп кенә хужалыҡтарҙағы кеүек, "Победа" йәмғиәтендә лә былтырғы ҡыштан ул апаруҡ ҡалған, мал аҙығына бында ҡытлыҡ булмаясаҡ.
– Ауыл эшсәндәре тиҙ арала ялан эштәрен тамамларға тырыша, тәбиғәт тә матур көндәре менән ҡыуандыра, – ти баш агроном Фәғил Әхмәтйәнов. – Эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ юҡ, һуңғы йылдарҙа йәштәр ҙә ауылды ҡалдырмай, хужалыҡҡа эшкә килә.
Йәмғиәттең ике меңдән ашыу һыйыр малы бар, йылҡы ла аҫрайҙар. Ауыр йылдарҙа ла бында уларҙың һанын кәметеүгә юл ҡуймағандар, хатта көтөүҙе яңы тоҡомло Үлән йоҡа, тик был ҡурҡытмайтаналар менән арттырғандар. Мал күп булғас, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡты мул әҙерләйҙәр. Эш ырамлы барһын өсөн хужалыҡ етәкселеге техника паркын да яңыртыуға ҙур иғтибар бирә.
Мал әле йәйге лагерҙа. Етештерелгән продукция Дүртөйлө һөт заводына оҙатыла. Тәүлегенә ете тонна һөт һауып алалар, литрын туғыҙ һум илле тин менән һаталар. Тиҙҙән йәмғиәт был продукцияға дотация ла аласаҡ.
Ураҡта ла һынатмай хужалыҡ, әле 300 гектарҙа арыш сабылған. Борсаҡҡа ла төшкәндәр. Бөгөн баҫыуҙарҙы алты комбайн иңләй, ситтән техника йәлеп ителмәгән, үҙ көстәренә ышана игенселәр. "Йыл бигүк һәйбәт килмәһә лә, арыштың уңышы ҡыуандыра. Ырҙын табағы ла ашлыҡты ҡабул итергә әҙер", – ти Фәғил Әхмәтйәнов.
Бесән әҙерләүҙә комбайнсылар Сафрон Адылшин, Фаил Хәмиҙуллин, Алексей Юдин, Рафаэль Ғәйнетдинов ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Яҫмаларға һалыуҙа иһә Илһам Сәхибгәрәев, Малик Кәримов, Илмир Тимербулатов һәм Борис Нуретдинов алдынғылыҡты бирмәй.
Самат ҒӘЛИН
Дүртөйлө районы.


Вернуться назад