Иген менән тулһын буралар14.07.2012
Иген менән тулһын бураларАуыл кешеһенең һис кенә лә буш торғанын, ҡул ҡаушырып ултырғанын күрмәҫһең. Әле генә улар баҫыуҙа яҙғы сәсеү эштәрен тамамлап, мал аҙығы әҙерләүгә төшкәйне кеүек. Бөгөн ана ураҡҡа ла тотонғандар. Эй, ғүмер тигәнең, ағым һыуҙай инде, күҙ асып йомған арала баҫыуҙар алтынға бәрәбәр ашлыҡҡа тулышҡан.

Дүртөйлө районы ауыл эшсәндәре лә баҫыу-яландарҙа мәж килә: ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләй, пар ерҙәрен эшкәртә. Район игенселәре иң яуаплы кампанияға – ураҡҡа ла республикала иң тәүгеләрҙән булып төштө. Улар аяҙ көндөң һәр сәғәтен һөҙөмтәле файҙаланып, уңышты ҡыҫҡа ваҡытта юғалтыуһыҙ йыйып алыу бурысы менән йәшәй, баҫыу эшсәндәренә 41 мең гектарҙа бөртөклөләрҙе йыйып алаһы бар.
– Игенселәр яуаплы осорға ентекле әҙерлек менән килде, ауыл хужалығы техникаһының торошо ла ваҡытында тикшерелде. Урып йыйыу кампанияһын уңышлы атҡарыпИген менән тулһын буралар сығыу өсөн етерлек күләмдә яғыулыҡ-майлау материалдары тупланды, – ти Дүртөйлө районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Илгиз Зиннәтуллин. – Мал аҙығы етештереүҙе лә бер юлы алып барабыҙ, соҡорҙарға сенаж һалына.
Райондың "Россия" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (директоры – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәфил Ғүмәров) тоҡомсолоҡ заводы игенселәренә 5 меңдән ашыу гектарҙа ураҡ эштәрен башҡарыу бурысы тора. Хужалыҡ июль башында уҡ арыш, борсаҡ сабыуға төшкән. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: йәмғиәт үҫемлекселектәге бөтә эштәрҙе ситтән техника йәлеп итмәйенсә үҙ көсө менән башҡара.
Иген менән тулһын бураларБеҙ баҫыуға килгәндә комбайнсылар Фидүс Гәрәев, Рәүеф Хәсәнов, Ранус Әхмәҙуллин арыш баҫыуын иңләй ине. Ҡеүәтле "КамАЗ" машинаһында шофер Әбүзәр Ғилемханов ашлыҡты йәмғиәттең ырҙын табағына алып китергә йыйына. Игенселәр беҙҙең менән оҙаҡ һөйләшеп торорға ваҡыттары юҡлығын белдереп, эшкә башкөллө сумды. Арыштың уңышы ла яҡшы ғына, тине улар. Бында эш яҡшы ойошторолған, һәр кем тәбиғәт биргән матур осорҙо файҙалы ҡулланырға тырыша. "Арыштың да, борсаҡтың да уңышы һәйбәт кенә, ямғыр ваҡытында яуһа, күпкә юғары булыр ине, ярай инде, үҫкәнен юғалтыуһыҙ йыйып алайыҡ, – ти хужалыҡтың баш агрономы Айҙар Фазылов. – Техника төҙөк, өс тапҡыр ашатыу ҡаралған. Хеҙмәт хаҡын тотҡарлыҡһыҙ бирәбеҙ, дәртләндереү саралары ла бар. Эшләгән кешенең абруйы ла, баһаһы ла юғары беҙҙә".
Комбайнсылар Илназ Ғилемханов менән Рәшит Нуретдинов та алдынғылыҡ күрһәтә, әле улар үлән орлоғо һуға. Борсаҡ сабыуҙа комбайнсылар Йәүҙәт Вәлитов, Радик Әхмәҙуллин менән Айҙар Ғәлләмовтың яуаплы осорҙағы тырыш хеҙмәтен хужалыҡ етәкселеге айырыуса маҡтап телгә ала. Йәмғиәттә 1976 йылдан бирле эшләүсе алдынғы механизатор Камил Ханов туңға һөрә, көнөнә 25 гектар ерҙе эшкәртеп өлгөрә ул.
Йәштәр ҙә хужалыҡҡа эшкә килергә дәртләнеп тора, шуға ла эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ юҡ. Йәш комбайнсы Ранус Әхмәҙуллин менән иретеп йәбештереүсе Наил Сәхәүетдинов ауылда төпләнеүҙәренә һис кенә лә үкенмәй. "Ҡала тормошон үҙ итмәйем, мәктәптән һуң тура Дүртөйлө һөнәрселек училищеһына уҡырға индем, – ти Наил. – Яңыраҡ ҡулыма диплом алдым, баҫыуға ла тәүге сығыуым". "Миңә тыуған хужалығымда эшләүе оҡшай, атайым да ошонда уҡ хеҙмәт юлын башлаған. Дүртенсе йыл инде баҫыуҙы иңләйем. Хеҙмәт хаҡы юғары, 13-14 мең һум алам", – тип һүҙгә ҡушыла йәш комбайнсы Ранус.
Баҫыуҙа эш яҡшы ойошторолған, һәр кем үҙенә ышанып тапшырылған бурысты намыҫ менән үтәй, илке-һалҡылыҡ, эскелек кеүек насар ғәҙәттәргә бында бөтөнләй урын юҡ.
Әле республикала ураҡ башланып ҡына тора, игенселәрҙең эштәре уң булһын, Башҡортостаныбыҙ буралары эре, туҡ башаҡлы иген менән тулһын.
Самат ҒӘЛИН
Дүртөйлө районы.


Вернуться назад