Эше барҙың ашы бар14.07.2012
Эше барҙың ашы барЛенин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы районда тәүгеләрҙән булып бесән әҙерләүгә төштө. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Сәлимов етәкселек иткән хужалыҡ республика буйынса ла алдынғылар рәтендә. Быйыл коллективҡа барлығы 1500 тонна бесән, 6 мең тонна сенаж әҙерләү бурысы тора, йәғни һәр баш малға 25 центнер аҙыҡ берәмеге туплау зарур.

Үләндең бер аҙ шыйыҡ булыуы бесәнселәрҙең кәйефен төшөрмәй. “Булғанын ваҡытында йыйыу — иң мөһиме”, — ти улар. Һуңғы осор яуған ямғырҙар ауыл эшсәндәренең күңелен бер аҙ күтәреп ебәрҙе.
— Ямғырҙан һуң күстерә, судан һәм ҡандала үләне бер аҙ күтәреләсәк, — ти профком рәйесе Морат Ишкинин. — Мал аҙығын тотҡарлыҡһыҙ әҙерләү өсөн хужалыҡ яғыулыҡ-майлау материалдары менән тулыһынса тәьмин ителгән, запас частарға ҡытлыҡ юҡ. Бесәнселәргә көнөнә ике тапҡыр йылы аш бирелә, өс һәм ун көнлөк ярыш һөҙөмтәләре буйынса йомғаҡ яһап, еңеүселәрҙе билдәләйбеҙ. Мал аҙығы әҙерләүҙә ҡатнашҡан эшсәндәргә бушлай бесән һәм һалам биреү ҡаралған.
Кооперативҡа ҡышлатыу миҙгелен яҡшы әҙерлек менән ҡаршыларға шарттар бар, күптән түгел өр-яңы “Полесье” комбайны һатып алғандар. Бесән сабыуҙа Фәррәх Мәхмүтов, Зәки Ҡотлоғужин, тырматыуҙа Ғәфүр менән Сәмиғулла Абдуллиндар, преслауҙа Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов, Руслан Ғәйетбаев, тейәүҙә Илшат Сирбаевтың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.
Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы.


Вернуться назад