Ауыҙы бешмәҫенә кем ышана?14.07.2012
Ашығыу йыш ҡына хаталы аҙым яһауҙың төп сәбәбенә әйләнә. Был хәҡиҡәтте иҫтә тотоу сәйәсәттә һәм иҡтисадта айырыуса мөһимдер, юғиһә ныҡлап уйланмайынса башҡарылған эш өсөн икеләтә-өсләтә түләргә тура килеүе бар. Ғөмүмән, һәр нәмәгә шик менән ҡарай торған, һабаҡтарҙы оноторға ярамаған заманда йәшәйбеҙ. Хәйер, алдан сара күрмәйенсә лә булмай шул…

Яҙа атыу ҡиммәткә төшкән

Пакистан НАТО-ның Афғанстандағы ғәскәрҙәренә йөк ташыу өсөн үҙ биләмәһе аша үткән юлды асырға риза булды. Тик килешеүгә өлгәшеү еңел генә бирелмәне: АҠШ-тың дәүләт секретары Хиллари Клинтонға былтырғы хаталарын танырға, ил алдында рәсми рәүештә ғәфү үтенергә, шулай уҡ Исламабадҡа 1,2 миллиард доллар күләмендә хәрби ярҙам вәғәҙә итергә тура килде.
Мәғрип менән Мәшриҡ араһындағы оҙайлы низағ 2011 йылдың ноябрендә НАТО вертолеттарының Пакистан армияһы өҫтөнә ракета яуҙырыуы, һөҙөмтәлә ике тиҫтәнән ашыу кешенең һәләк булыуы, байтағының йәрәхәтләнеүе арҡаһында тыуғайны. Исламабад шунда уҡ өҙә һуҡты: Төньяҡ Атлантика альянсы ғәскәрҙәренә йөк башҡаса беҙҙең ил аша үтмәйәсәк! Американың «Аҡ йорт»о ла киреләнеп маташты, үҙ һалдаттарының хатаһы өсөн ғәфү үтенергә ашыҡманы. Һигеҙ айға һуҙылған бәхәс АҠШ өсөн бик ҡиммәткә төштө: йөктө Рәсәй һәм Үҙәк Азия дәүләттәре аша ташығанға күрә 2,1 миллиард доллар күләмендә өҫтәмә аҡса тотонолған. Баҡһаң, урау юлда һәр контейнерға 17,5 мең доллар түләргә тура килә икән. Пакистан аша булһа, сығым ни бары 7,2 мең доллар тәшкил итер ине. Бына шулай, былтыр ҡысҡырғанға быйыл ҡыҫыуҙары ла ихтимал.
Хәрби ярҙамға килгәндә, миллиард долларҙан ашыу аҡсаны АҠШ Пакистандың терроризмға ҡаршы операцияларҙа ҡатнашҡан 150 мең хәрби хеҙмәткәре өсөн бүлергә тейеш. Күрәһең, был әмәл Пентагонға отошлораҡ. Һалдаттарының ғына түгел, сәйәсмәндәренең дә сәпте дөрөҫ һайламауы арҡаһында кисергән матди юғалтыуҙарын ҡаплау өсөн ул төрлө аҙымға барырға әҙерҙер, моғайын.

«Ҡара алтын» аҡсаһы – «ҡара көн»гә

Ә бына Рәсәй өрөп ҡабырға өйрәнеп килә буғай. Ил Хөкүмәтенең Дәүләт Думаһына әле килеп етмәгән финанс көрсөгөнә ҡаршы көрәш буйынса закон проекттарын алдан тапшырып ҡуйыуын шулай аңларға мөмкин. Тәүге документта, атап әйткәндә, дәүләт ҡаҙнаһына нефть һәм газ һатыуҙан ингән аҡсаны туплау һәм ҡулланыу ҡағиҙәләрен яңынан ҡарарға тәҡдим ителә. Икенсеһендә, иҡтисадтың хәле ауырлашасағын күҙаллап, Хөкүмәт үҙенә банктарға капитал бүлеү һәм предприятиеларға дәүләт гарантиялары биреү юлы менән тотороҡлолоҡто тәьмин итеү буйынса айырым вәкәләттәр һорай. Белгестәр аңлатыуынса, 2009–2010 йылдарҙағы көрсөк шарттарында ил бюджетын тулыландырыуға бәйле киҫкен мәсьәләләрҙе хәл иткәндә тап ошондай саралар ыңғай һөҙөмтә биргән, шуға ла башҡарма власть яңылышмаҫына ышана һәм финанс проблемаларын әҙерлек менән ҡаршыларға тырыша.
Тәҡдим ителгән үҙгәрештәргә ярашлы, әгәр «ҡара алтын»дың хаҡы база кимәленән юғарыраҡ булһа, «артыҡ» табыш Резерв фондына һалынып барасаҡ. Фонд шаҡтай артып, эске тулайым продукттың ете процентынан ашһа, нефть һәм газ һатыуҙан килгән аҡса ике йүнәлешкә – Милли именлек фондына һәм «ғәмәлдә булыу ваҡыты сикләнгән өҫтөнлөклө проекттарҙы тормошҡа ашырыуға» – күсерелә башлай. Был дәүләт етәкселәренә финанс көрсөгө шарттарында ҡаҙнаның дефицитын ҡануниәтте үҙгәртмәй тороп, Хөкүмәт ҡарары нигеҙендә генә сеймал аҡсаһы менән «ямау» мөмкинлеген бирергә тейеш.

Артҡа ҡарап ҡыуанһаҡ та…

Быйылғы тәүге алты айҙа Башҡортостанда инфляция ни бары 2,6 процент тәшкил иткән, тип белдерә республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы, рәсми статистика мәғлүмәттәренә һылтанып. Белгестәр әйтеүенсә, был һанды төбәк тарихында иң түбән күрһәткес булараҡ теркәргә мөмкин.
Йылдың беренсе яртыһында барыһынан да бигерәк аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнгән – хаҡтар индексында 3,7 процентлыҡ үҫеш күҙәтелә. Бүтән тауарҙарҙың, шулай уҡ халыҡҡа тәҡдим ителгән хеҙмәттәрҙең хаҡы уртаса 1,9 процентҡа артҡан. Иҡтисади үҫеш министрлығынан алынған мәғлүмәткә ҡарағанда, аҙыҡ-түлек булмаған тауар араһынан төҙөлөш материалдарының ҡайһы бер төрҙәре, ювелир әйберҙәр, матбуғат баҫмалары, еңел машиналар баҙарҙағы үҙгәрештәргә айырыуса һиҙгер. Сит илдәргә сәйәхәт хаҡының яҡынса 11 процентҡа күтәрелеүен дә билдәләргә кәрәк.
Дөйөм алғанда, был осорҙа баҙарҙағы хәл ысынлап та киҫкен булманы, ләкин ҡыуанырға иртәрәк әле. Икенсе ярты йыллыҡта инфляцияның ул тиклем түбән тәшкил итерен күҙалламайбыҙ, ти министрлыҡ вәкилдәре. Был, тәү сиратта, 1 июлдән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтың артыуына бәйле. Әлбиттә, быйылғы яҙҙың «бүләктәре» – халыҡ-ара баҙарҙа нефттең арзанайыуы, доллар менән һум араһындағы айырманың шаҡтай ҙурайыуы барыбер беҙҙең ғаилә ҡаҙнаһына тәьҫир итмәй ҡалмаясаҡ.
Даян Мәжитов


Вернуться назад