Шәхси хужалыҡтарында һауын көтөүен 12 башҡа еткергән Миңнуллиндарҙың ғаилә ҡаҙнаһына һөт һатыуҙан көнөнә 2 мең һум тирәһе аҡса инә.
Туймазы районының Собханғол ауылы биләмәһендә булғанда, халыҡтың, байлыҡты хәләл көс менән табып, етеш тормошта йәшәргә ынтылғанын күрҙек.
— Бөгөн ауыл иҡтисадын үҫтереүҙә шәхси сектор алға сыға, — тип һөйләй урындағы хакимиәт башлығы Фәрит Сәйфуллин. — Күп кенә хужалыҡ ит, һөт етештерә. Ҡала янында ғына йәшәгәс, продукцияны үтемле хаҡҡа һатыу улар өсөн бер ниндәй ауырлыҡ тыуҙырмай. Егетәк ауылынан Миңнуллиндар ғаиләһе былтыр һөт һатыуҙан ғына йөҙ мең һумдан ашыу табыш алған.
Эйе, эште белеп ойошторған, баҙар ҡанундарын яҡшы үҙләштергән был хужалыҡта етештереүсәнлек тә юғары. Ғәҙәттә, ауыл эшҡыуарҙары үҙҙәренең кереме тураһында сурытып һөйләп бармай. Бизнес үтә күренмәле булырға тейеш тә түгелдер. Шулай ҙа Миңнуллиндар беҙҙең менән осрашҡанда бер аҙ асылып китте. Шунда уларҙың былтыр баҙарҙа 36-37 тонна самаһы һөт һатыуы хаҡында белеп ҡалдыҡ та инде.
Хәйер, Егетәктәге ғаилә һөтсөлөк фермаһының уңыштарын районда ла яҡшы беләләр.
— Биш-алты йыл элек ныҡлап мал үрсетеүгә тотондоҡ, — ти хужаның ҡатыны Маргарита. — Элек беҙ хеҙмәт иткән Нуриманов исемендәге колхоз таралып бөттө тип күпме зарланырға мөмкин? Күңелебеҙгә ятышлы ниндәйҙер шөғөл кәрәк ине. Иптәшем Нәфис менән беҙҙең уйҙар тап килде. Булмаһа, ихаталағы һыйырҙы ишәйтеп, баҙарға һөт сығарып һатайыҡ, тигән фекергә килдек. Эш башлағанда “Россельхозбанк”тан 200 мең һум кредит алдыҡ. Йыл һайын йәй төҙөлөш менән булыштыҡ, яңы һарай һалдыҡ. Шулай итеп, хужалығыбыҙҙағы ферманы киңәйттек. Әле көтөүҙе 12 башҡа еткерҙек. Ферма булғас, бөтөн эште лә ҡул көсө менән башҡарыуы ауыр. Шуға тәүҙә үк һауын аппаратын һатып алыу тураһында хәстәрләргә тура килде.
Ғаилә һөтсөлөк фермаһында әле төрлө тоҡомло мал аҫрала. Маргарита телгә алыуынса, араларында көнөнә 25-әр килограмм һөт биргәндәре лә бар. Миңнуллиндар ферманы яҡын киләсәктә нәҫелле мал менән тулыландырырға ниәтләй. Хужабикә үҙе голштин-фриз тоҡомло таналар ҡайтарыу хаҡында хыяллана.
Тәүҙә баҙарҙа ҡыйыуһыҙыраҡ эш итһәләр ҙә, хәҙер улар үҙҙәре етештергән продукцияны табышлы итеп һатырға өйрәнгән. Яңы һауылған һөттө өйҙәренә килеп тә алалар, ҡалғанын Туймазы ҡалаһындағы бер лавкала үҙҙәре сығарып һата. Ҡышҡыһын өс литрлы банканы 80 һумға биргәндәр.
— Һуңғы осорҙа продукция күләме артты. Әле көнөнә 30 банканан ашыу һөт һатабыҙ. Йәйен һөт “шишмәһе” тағы тулылана, — ти Маргарита. — Әлбиттә, шәхси хужалыҡтағы ферманың рентабеллелеге яҡшы, ләкин мәшәҡәте лә күп. Иртән кеше йоҡоһонан яңы уянған саҡта беҙ һөт илтергә ҡалаға юлланабыҙ. Әҙерләүселәр менән эш итке килмәй, сөнки улар продукцияны осһоҙға алырға тырыша.
Хәҙер Миңнуллиндар, үҙ фермаларында һуғымға мал һимертеп, ит етештереүҙе лә яйға һалған. Шуға йәш үрсемде үҙҙәрендә ҡалдыралар. Былтыр көҙ тиҫтәнән ашыу мал һимертеп һатыуҙан яҡшы табыш алғандар.
Хужалыҡта улар әлегә үҙ көсө менән генә эшләй. Өлкән улдары Вил Маргарита менән Нәфистең ныҡлы терәгенә әйләнгән. Егет башта Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумында уҡыған, әле ситтән тороп Һамар архитектура-төҙөлөш университетының Бәләбәй филиалында юғары белем ала, ләкин ауылдан ситкә китергә йыйынмай. Ата-әсәһенең кәңәше менән булдыҡлы егет шәхси эшҡыуар булып теркәлгән. Пенсия фондына тейешле түләүҙәрен күсереп торғас, стажы ла бара, икенсенән, бындай статус менән кредит юллауы, кәрәк саҡта хоҡуҡи ярҙам алыуы ла еңелерәк.
— Беҙҙең “Ғаилә һөтсөлөк фермалары” инвестиция программаһына эләгергә ышанысыбыҙ ҙур, — ти Маргарита. — Ферманы киңәйтәсәкбеҙ, ихаталағы һауын көтөүен кәмендә 25 башҡа еткерәсәкбеҙ. Бәлки, Хөкүмәт ваҡлап тауар һатҡан хужалыҡтарға һөт өсөн дотацияһын да бирә башлар. Ул саҡта беҙ етештереүсәнлекте һәм продукция һатыуҙы тағы ла арттырыр инек.
Миҙхәт ШӘРИПОВ
Туймазы районы.