Льгота йәш буйынса пенсионерҙарға һәм бөтә төркөм инвалидтарына тәғәйенләнгән.

Башҡортостанда 1 мартҡа тиклем һынау режимында «1 һумға йөрөү» акцияһы башлана, тип иҫкә төшөрҙөләр республиканың Транспорт министрлығында. Хәҙер бындай льгота менән йәше буйынса пенсионерҙар һәм бәлиғ булған инвалид кешеләр файҙалана ала. Бының өсөн «МИР» картаһын Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәргә кәрәк.
Льгота картаны теркәгәндән һуң киләһе календарь айҙан ғәмәлгә инә. Был нисек эшләй? «Алдан түләү» талап ителмәй. «Мир» картаһынан аҡса юл хаҡын түләгәндән һуң ғына алына. Әгәр ҙә алдан Берҙәм социаль юл йөрөү картаһы буйынса юл хаҡын түләмәгән булһағыҙ, бер ни ҙә юғалтмайһығыҙ, ә осор тамамланғас, ҡалған аҡса янмай.
Бер айҙа юл йөрөүҙең дөйөм суммаһы 1200 һумға еткәс, ҡалғаны (60-ҡа тиклем) бушлай.
«Әйтәйек, бер айҙа 10 тапҡыр юл йөрөнөгөҙ, һәр бер юл хаҡы 46 һум тора ине, ти. Картағыҙҙан 1200 урынына 460 һум ғына алына. Йә иһә һеҙ транспортты әүҙем файҙаланаһығыҙ, һәм айҙың 15-нә 1200 һумға тулды, ти. 16-сы көндән башлап ай аҙағынаса бушлай йөрөй алаһығыҙ. Әммә, ғәмәлдә йөрөгәндәрҙе иҫәпкә алып, шулай уҡ 60 сәфәр сиктәрендә генә», — тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.