Башҡортостан Ҡоролтайы беренсе уҡыуҙа бюджет тураһында закон ҡабул итте26.11.2026

Башҡортостан Ҡоролтайы беренсе уҡыуҙа бюджет тураһында закон ҡабул итте

Фото: Олег Яровиков | Башинформ

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 38-се пленар ултырышында беренсе уҡыуҙа 2027 йылға һәм 2028-2029 йылдарҙың план осорона республика бюджеты тураһында закон ҡабул ителде. Депутаттарҙы закон проекты менән БР финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская таныштырҙы. Бюджет РФ Президенты һәм Башҡортостан Башлығының иҡтисады үҫешенең тотороҡлоғон арттырыу буйынса күрһәтмәләренә ярашлы төҙөлдө, тип билдәләне ул. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, документты беренсе уҡыуға сығарыр алдынан депутаттар ентекле фекер алышты, шулай уҡ ул тейешле экспертизалар үтте (шул иҫәптән федераль Финанс министрлығы һәм БР Контроль-иҫәп палатаһының). Уларҙың баһаһы буйынса, закон проекты РФ Бюджет кодексына ярашлы үтәлгән. Эксперттарҙың һығымтаһын Контроль-иҫәп палатаһы аудиторы Елена Теняева иғлан итте.

2027 йылға республика бюджеты параметрҙары түбәндәгесә: килемдәр 326,2 миллиард һум, сығымдар 345,8 миллиард һум, дефицит 19,6 миллиард һум. Икенсе уҡыуға бюджетҡа килемдәр һәм сығымдар буйынса ла үгәрештәр индереләсәк, тип өҫтәне Финанс министрлығы башлығы. 




Вернуться назад