Өфөлә турист һалымы индерелә

Өфөлә 2027 йылдан турист һалымы индерелә. Беренсе йылда – 3%, 2028 йылда – 4%, 2029 йылдан 5% тәшкил итәсәк (турист һалымы һәм НДС иҫәпкә алынмай), әммә тәүлегенә 100 һумдан да кәм түгел.
Баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Евгений Чебаков үҙенең докладында билдәләүенсә, Өфөлә классификацияланған урынлаштырыу саралары реестрына 108 ҡунаҡхана, отель һәм хостел индерелгән. Беренсе йылда уҡ яңы һалым ҡала бюджетына яҡынса 92 миллион һум килем килтерер тип көтөлә.
Докладсы һүҙҙәренсә, Өфө әлегә турист һалымы индерелмәгән миллионлы ҡалаларҙың береһе булып ҡала. 2028 йылда ШОС саммиты үткәрелеүгә бәйле эшлекле туризм ағымының артыуы көтөлә.
Депутаттар был проектты хупланы, яңы һалым индереү өсөн 26 кеше тауыш бирҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Күмертау, Учалы, Бөрө, Бәләбәй, Белорет һәм Октябрьский ҡалаларында турист һалымы бар. Стәрлетамаҡта депутаттар ике айҙан һуң туристарҙан аҡса алыуҙы ғәмәлдән сығарҙы.