2027 йылда Башҡортостанда МРОТ 33 мең һумға тиклем арттырыла

Дәүләт Думаһы өсөнсө, аҙаҡҡы уҡыуҙа 2027 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләмен айына 28 935 һумға тиклем еткереү тураһында закон проектын ҡабул итте. Башҡортостанда МРОТ 15% район коэффициенты менән бергә 33 275 һумға тиклем арта (был суммаға НДФЛ-да инә).
— РФ Хеҙмәт кодексының 133-сө статьяһында яҙылғанса, эш биреүсе хеҙмәт хаҡын МРОТ кимәленә еткерергә бурыслы. Был статьяның 3-сө өлөшөнә ярашлы, эш ваҡыты нормаһын тулыһынса эшләгән хеҙмәткәрҙең айлыҡ хеҙмәт хаҡы МРОТ-тан кәм булырға тейеш түгел, — тине «Башинформ» хәбәрсеһенә БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова.
Район коэффициенты, шулай уҡ эштән тыш, ял һәм байрам көндәрендә, төнгө сменала, зыянлы шарттарҙа эшләгән өсөн МРОТ-ҡа өҫтәп иҫәпләнергә тейеш, тип өҫтәне ул.