Мәсетле районында Әй йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре тамамланды

Башҡортостанда Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы янындағы Кропачёв — Мәсәғүт — Әчит юлында Әй йылғаһы аша күперҙә эштәр тамамланды. 300 погон метр оҙонлоғондағы күпер «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә төҙөкләндерелгән. Контракттың хаҡы – 370,9 миллион һум. Подрядсы «Уралмостострой» гидроизоляцияны яңыртҡан, асфальт-бетон түшәгән һәм яңы ҡойма ҡуйған. Әле төҙөлөш ҡаласығын һүтеү һәм транспорт хәүефһеҙлеге өсөн ҡорамалдар ҡуйыу буйынса эштәр тамамланып килә.
— Күпер Мәсетле, Дыуан, Ҡыйғы һәм республиканың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан башҡа райондарҙы тоташтыра, шулай уҡ Башҡортостан менән Силәбе һәм Свердловск өлкәләре араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Көн һайын бында 3,5 меңдән ашыу автомобиль йөрөй, — тине БР транспорт министры Любовь Минакова.