Радий Хәбиров федераль ведомстволар менән республика транспорт тармағының киләсәге тураһында фекер алышасаҡ.
Бөгөн Мәскәүҙә Рәсәйҙең транспорт тармағының төп ваҡиғаларының береһе булған 20-се «Транспорт аҙналығы» сиктәрендә «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумы һәм күргәҙмәһе башлана. Форум эшендә республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ҡатнаша. Республика етәксеһенең федераль ведомстволар башлыҡтары менән төбәктең транспорт тармағын үҫтереүгә ҡағылышлы һөйләшеүҙәре планлаштырылған.
Быйыл форумда һөҙөмтәле эшләгән транспорт системаһын үҫтереүгә һәм транспорт буйынса милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға баҫым яһала. Бөгөн – Төбәктәр көнө. Төп тема — төбәктәрҙең транспорт бәйләнешен арттырыу. Ҡатнашыусылар милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы, транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙе, ташыуҙарҙы яңыртыуҙы, инвестициялар йәлеп итеүҙе, транспорт хәүефһеҙлеген һәм пассажирҙар өсөн уңайлы шарттарҙы тикшерәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә республика юл һәм транспорт тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән өс федераль проектта ҡатнаша. 2026 йылда уларҙы ғәмәлгә ашырыу ҡаралған бюджет аҡсаһының дөйөм күләме — 9,6 миллиард һум, шуның 7,7 миллиарды — федераль аҡса.