Башҡортостан кластерҙарҙы үҫтереү кимәле буйынса Милли рейтингта лидерлыҡты һаҡлап ҡалды

Башҡортостан кластерҙарҙы үҫтереү кимәле буйынса төбәктәр араһында Милли рейтингта лидерлыҡты һаҡлап ҡалды. Росстандарт етәксеһе Антон Шалаев Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумын асыу тантанаһында республика премьер-министры Александр Шельдяевҡа диплом тапшырҙы.
Башҡортостандың министрҙар кабинеты етәксеһе билдәләүенсә, юғары баһа республиканың сәнәғәт кооперацияһын үҫтереү буйынса уңышлы эшен раҫлай.
«Тышҡы саҡырыуҙарға ҡарамаҫтан, беҙҙең предприятиелар үҫешә, яңы йүнәлештәрҙе үҙләштерә һәм заманса производстволар аса. «Алға» махсус иҡтисади зонаһы йыл һайын илдә иң йылдам үҫешеүселәр иҫәбенә инә», — тине Шельдяев.
Рейтингта икенсе урынды Омск өлкәһе алды, өсөнсөлә — Рязань өлкәһе.