Республикала льготалылар өсөн берҙәм юл йөрөү билеты хаҡы үҙгәрҙе17.11.2026

Республикала льготалылар өсөн берҙәм юл йөрөү билеты хаҡы үҙгәрҙе

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостан хөкүмәте граждандарҙың льготалы категориялары өсөн берҙәм социаль юл билетының яңы хаҡын билдәләне. Документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

«2026 йылдың 20 ноябренән Башҡортостанда берҙәм социаль юл йөрөү билетының хаҡы айына 1200 һум тәшкил итә», — тиелә Башҡортостан хөкүмәте ҡарарында.

Льготалы пассажир хәҙер айына 60 тапҡыр йөрөргә мөмкин, тип белдерҙеләр БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында.



Вернуться назад