Өфөлә Башҡортостан Башлығы Галле урамының яңы участкаһы буйлап хәрәкәткә старт бирҙе
16 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Галле ҡалаһы исемендәге урамдың яңы участкаһы буйлап хәрәкәткә старт бирҙе. Юл эшселәре Салауат Юлаев проспектынан Комсомол урамына тиклемге участканы төҙөп бөттө. Ул М-5 «Урал» һәм М-7 «Волга» федераль трассаларын тоташтырыусы транспорт коридорының төп элементы булып тора.
«Бөгөн Беҙ Өфөнөң генә түгел, тотош республикабыҙҙың юл селтәрен үҫтереүгә ҙур өлөш индерәбеҙ. Был ябай объект түгел: оҙонлоғо ҡыҫҡа, әммә биналарҙы емерергә тура килде, күп техник ҡарарҙар күп булды. Хәҙер Өфөнөң Үҙәк райондарынан – Салауат Юлаев проспектына йәки Көнсығыш сығыу юлына, ә Көнсығыш сығыу юлынан Затон күперенә тура сығыу мөмкинлеге бар.
Бөгөн мин ошо эштә ҡатнашҡан бөтә төҙөүселәргә рәхмәт белдерәм. Алда Затон күпере буйынса ҙур эш көтә, яҡын арала уға тотонасаҡбыҙ. Ғөмүмән, Өфөнөң транспорт селтәре даими үҫешә, сөнки Өфө ҙурая, агломерация киңәйә, артабан да төҙөйәсәкбеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшө 2024 йылда тамамланды. Бөгөнгә тиклем транспорт ағымы Салауат Юлаев проспектына тиклем генә барып етә ине. Хәҙер 1,08 километр оҙонлоҡтағы яңы участка транспорт ағымын Комсомол урамы һәм Октябрь проспекты менән тоташтырырға мөмкинлек бирә. Генераль подряд ойошмаһы – «Дортрансстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Контракт буйынса төҙөлөш-монтаж эштәренең хаҡы – 927,9 миллион һум.