Рәсәйҙә әсәлек капиталы 1 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк

2027 йылдың февраленән икенсе балаға әсәлек капиталы 1 миллион һумдан ашыу буласаҡ. Был хаҡта ТАСС Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе Элеонора Кавшарҙың һүҙҙәренә һылтанып хәбәр итә.
Уның һүҙҙәренсә, 2027 йылдың февралендә социаль түләүҙәрҙең дүрт тиҫтәнән ашыу төрө 6,8% индексацияланасаҡ.
«Улар араһында— әсәлек капиталы. Киләһе йылдың 1 февраленән беренсе балаға түләү 2026 йыл менән сағыштырғанда 49,5 меңгә артасаҡ һәм 778 мең 488,59 һум тәшкил итәсәк. Ә икенсе балаға сумма киләһе йылда 1 миллион 028 мең 743,71 һумға тиклем арта, программа ғәмәлдә булған осорҙа тәүге тапҡыр 1 миллион һумдан ашып китәсәк», — тип белдерҙе депутат.
Киләһе йылға барлыҡ социаль йөкләмәләрҙе һәм гарантияларҙы үтәүгә аҡсалар 2027 йылға һәм план осорона РФ бюджеты һәм Социаль фонд бюджеты проекттарына һалынған, тип аңлатты Элеонора Кавшар.