Башҡортостан Сәнәғәтте үҫтереү фонды аша кластерҙарға ярҙамын дауам итәсәк

Республика Башлығы менән Тура бәйләнештә Радий Хәбиров «Корона» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рәмил Мәмлиевтың һорауына шулай тип белдерҙе.
– Бөтә етәкселәргә шуны әйткем килә: Сәнәғәтте үҫтереү фондының эше дауам итәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең яңы премьер-министр (А. Н.Шельдяев – ред.) – сәнәғәт министрлығынан. Минеңсә, һеҙҙең был блокта көслө лоббист барлыҡҡа килде, ул премьер урынбаҫары вазифаһында ла һеҙгә ярҙам күрһәтте. Шуға күрә беҙ һәр ваҡыт Сәнәғәтте үҫтереү фондының һөҙөмтәле инструменттарҙың береһе булыуын билдәләйбеҙ. Бюджет формалаша, уны капиталға әйләндерегеҙ. Фонд илдә иң яҡшыларҙың береһе, шуға күрә федераль Сәнәғәтте үҫтереү фонды менән эшләй, унда беҙҙе ишетәләр, күрәләр һәм ярҙам итәләр. Шуға күрә бөтә етәкселәргә лә, эйе, тием.
Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров артабан модернизациялау һәм производствоға инвестициялар һалыу буйынса тәҡдимдәр көтөүен әйтте. Бының өсөн аҡса биреләсәк.