Йыл башынан республикала 82,2 мең йорт газға тоташтырылған10.11.2026

Башҡортостанда газ үткәреү программаһы дауам итә. Бөгөнгә 82,2 мең йорт тәбиғи газға тоташтырылған, тип хәбәр итте республика хөкүмәте премьер-министры Александр Шельдяев.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Республика халҡынан 100,9 мең ғариза килгән, әлеге ваҡытта 100 меңгә яҡын килешеү төҙөлгән. Шул уҡ ваҡытта килешеүҙәрҙең 93 проценты үтәлгән, ер участкалары сиктәренә тиклем үткәрелгән.

«Граждандарҙың льготалы категорияларына ярҙам итеүгә айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Республикала газ үткәреү эштәренә100 мең һум күләмендә субсидия ҡаралған. Уның менән ветерандар, инвалидтар, ишле ғаиләләр һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡуллана ала. Әле был ярҙам сараһы менән 12 меңдән ашыу кеше файҙаланған һәм газ менән тәьмин ителгән, — тип асыҡлыҡ индерҙе Александр Шельдяев. — Артабан да яңы йорттарға газ индереү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ».

Башинформ республика етәксеһе Радий Хәбировҡа һылтанып хәбәр итеүенсә, Башҡортостан президент Владимир Путин башланғысы менән социаль газ үткәреү программаһын тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәйҙең ҙур төбәктәре араһында беренсе урынды биләй.



Вернуться назад