Өфөлә яңы төҙөлгән йортта фатир тағы 110 мең һумға ҡиммәтләнгән06.11.2026

Октябрь йомғаҡтары буйынса күрһәткес 8,6 миллион һум тәшкил итә.

Фото: Элина Әхмәтова | Башинформ

Октябрь айында Өфөлә төҙөлөп ятҡан йортта фатир хаҡы сентябргә ҡарата 1,3% һәм 2025 йылдың октябренә ҡарата 14% артҡан. «Фатирҙар донъяһы» порталы мәғлүмәттәре буйынса, һөҙөмтәлә 8,6 миллион һум.  

Өфөлә яңы төҙөлгән йорттағы фатирҙың 1 квадрат метры хаҡы 192 мең һумға тиклем күтәрелгән (бер айҙа+2% һәм йылына +14%).

Мәскәүҙә яңы төҙөлгән фатир 27 миллион һумдан ашыу тора, Санкт-Петербургта — 14,8 миллион, Сочиҙа — 17,3 миллион. Күрше төбәктәр: Екатеринбург — 9 миллион һумға яҡын, Пермь — 8,4 миллион, Ҡазан — 12,8 миллион, Силәбе — 9,55 миллион, Магнитогорск – 6,3 миллион, Ырымбур – 6,6 миллион һум.

Башҡортостанда шәхси йорттарҙың уртаса хаҡы тураһында бында яҙҙыҡ.



Вернуться назад