Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы

Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары авторы һәм етәксеһе Әсхәт Акибаев бөгөн «Рәсәй креатив аҙналығы – Евразия» фестиваль-форумының пленар ултырышында Ҡырғыҙстанда Башҡортостан ҡымыҙының айырыуса популярлыҡ яулауы хаҡында һөйләне.
Эксперт республиканың креатив индустрияларын берҙәм концепцияға тупларға тәҡдим итте.
«Күҙ алдына килтерәһегеҙме, беҙҙә, ҡымыҙ етештерелгән илдә, Башҡортостандан килтерелгәнен яратабыҙ. Был креативтың бик ҡеүәтле йүнәлеше, уны тупларға һәм унан Евразия йәки Бөйөк Дала рухында уникаль бренд булдырырға кәрәк», – тине Әсхәт Акибаев.
Башҡорт этномузыкаһының да республиканың ижади индустрияларын попурляштырыуҙа роле ғәйәт ҙур, тип өҫтәне эксперт. Әсхәт Акибаев Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының амбассадоры булып торған Өфөнөң AY YOLA һәм «Арғымаҡ» төркөмдәренең ижадын миҫалға килтерҙе.
Бынан алдараҡ Әсхәт Акибаев Өфөлә Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары идеяһының барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләне.