Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде30.10.2026

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. Бүләкләү тантанаһы Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналды.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, аграр миҙгелдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, ураҡты юғалтыуһыҙ йыйып алыу мөмкин булды. Быға күп осраҡта көҙ көнө һауа торошоноң яҡшы булыуы булышлыҡ итте.

«4,6 миллион тонна иген һәм майлы культуралар. Миҙгел бик ҡатмарлы булды, әммә Хоҙай беҙгә яҡшы, матур көҙ бирҙе. Был беҙгә тәү сиратта майлы культураларҙы йыйып алырға мөмкинлек бирҙе, беҙ улар өсөн бик борсолдоҡ, ваҡытында йыйып өлгөрмәҫбеҙ тип ҡурҡтыҡ. Әммә барыһы ла уңышлы тамамланды, һәм беҙ яңы йылға тулы келәттәр менән инәбеҙ», — тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. 2026 йылда республикала көнбағыш буйынса тарихи рекордтар теркәлде, тип өҫтәне ул.

Хәҙер тармаҡ алдында йыйылған уңышты дөрөҫ һатыу һәм 2027 йыл миҙгеленә әҙерләнеү бурысы тора.

Бөгөн республиканың агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренә тапшырылған дәүләт наградалары иҫәбендә — Салауат Юлаев ордены, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы, төрлө маҡтау грамоталары һәм атҡаҙанған исемдәр, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәхмәте һәм Башҡортостан республикаһы хөкүмәте дипломы.

Башҡортостан хөкүмәте дипломына лайыҡ булыусылар араһында «Икмәк бешереү предприятиеһының иң яҡшы технологы» номинацияһында еңеүсе Земфира Әминева ла бар.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Земфира Әминева 35 йыл Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинатында эшләй.

«Үҙебеҙҙең коллектив өсөн бик шатмын, был беҙҙең дөйөм награда, — ти «Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты» ҡулланыусылар йәмғиәтенең баш технологы Земфира Әминева. — Барлыҡ ҡаҙаныштар – беҙҙең уртаҡ эш. Республиканың төрлө райондарында йәшәүселәр өсөн тәмле икмәк бешереүгә шатбыҙ».


Вернуться назад