Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте.

Аҙна һайын үткәрелгән мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, республикала арыш икмәге, колбаса, һуған, маргарин, эремсек, шәкәр, алма, балалар өсөн ҡоро һөт ҡатышмалары, шымартылған дөгө, тоҙ, аҡ май, он, ҡаймаҡ, сырҙың бөтә төрҙәре, балалар өсөн йәшелсә һәм ит консервалары, кефир һәм тары ярмаһының хаҡы төшкән. Бер аҙнала улар 0,06 — 1,43 процентҡа арзанайған.
Шул уҡ ваҡытта һарыҡ ите, сусҡа ите, күпселек йәшелсәләр, банан, туңдырылған балыҡ, макарон, йомортҡа, көнбағыш майы, бойҙай икмәге, ҡара сәй, печенье, тауыҡ ите, бешкән колбаса һәм башҡа аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнгән. Бер аҙнала улар 0,9-1,63 процентҡа артҡан. Айырыуса помидор (+11,36 процент), шулай уҡ ҡыяр (+5,64 процент) һәм сөгөлдөр (+3,71 процент).