Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды


28 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй энергетика форумын һәм 32-се «Урал энергетикаһы-2026» халыҡ-ара күргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашты. Быйыл экспозицияла Рәсәйҙең 22 төбәгенән 205 компания, шулай уҡ Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Алжир, Иран һәм Тажикстан делегациялары ҡатнаша.
Рәсәй предприятиеларының, сит ил партнерҙарының, ғилми һәм белем биреү ойошмаларының ҡатнашыуы форумдың тармаҡ үҫеше өсөн мөһим майҙансыҡ булыуын билдәләй, тип белдерҙе республика етәксеһе. Башҡортостанда ҡеүәтле сәнәғәт базаһы һәм үҫешкән энергия системаһы бар. Йыл башына республиканың электр станцияларының дөйөм ҡеүәте 5,5 мең мегаватттан ашыуыраҡ тәшкил иткән. Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, был предприятиелар үҫеше, торлаҡ төҙөлөшө, ҡалалар һәм ауылдар үҫеше өсөн ныҡлы нигеҙ булып тора. Республика властары энергетика компаниялары менән бергә селтәрҙәрҙе һәм генерация ҡеүәттәрен үҫтерә, ҡорамалдарҙы яңырта. Һуңғы биш йылда республиканың электр селтәре комплексына яҡынса 40 миллиард һум йүнәлтелгән. Был иҡтисадты үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
Радий Хәбиров Өфөгә форумға килгән «Интер РАО» генераль директоры, идара рәйесе Сергей Дрегвалға Башҡортостан энергетиктарының пландарын хуплаған һәм башланғыстарына булышлыҡ иткән өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Үҙебеҙҙең форумдарҙа ниндәйҙер яңы проекттарға, идеяларға, предприятиеларға старт бирәбеҙ. Бөгөн Башҡортостан генерациялау компанияһы, беҙҙең ышаныслы партнер, бик ҡыҙыҡлы белем биреү программаһын тәҡдим итә, сөнки энергетика системаһы, ғөмүмән алғанда, республика иҡтисады өсөн белгестәр әҙерләү хәҙер барыбыҙ өсөн дә мөһим бурыс булып торалыр, моғайын», — тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
