30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл бәйләнеше булдырыла, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында.

Поезд Өфөнән Пермгә 9:49 китә, ә Пермдән Өфөгә 12:51 сәғәттә килә. Юлға яҡынса 20 сәғәт ваҡыт талап ителә. Маршрут шулай уҡ Златоуст, Мейәс, Силәбе, Каменск-Урал һәм Екатеринбург аша үтә. Поезд аҙнаһына бер тапҡыр айырым көндәрҙә йөрөй. Һамарҙан тәүге рейс — 30 октябрҙә, Пермдән 1 ноябрҙә юлға сыға.
Составында плацкарт һәм купе вагондары, йоҡо вагондары, шулай уҡ аҙ хәрәкәт иткән пассажирҙар һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр өсөн урындар ҡаралған.
«Хәҙер Башҡортостанда йәшәүселәр Пермгә тура поезда, күсеп ултырмайынса барып етә һәм төбәктәр араһында сәйәхәттәрҙе уңайлы итеп планлаштыра ала», — тип өҫтәнеләр Башҡортостандың Транспорт министрлығында.