Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан.

Башҡортостан хөкүмәте яңы йәшәү минимумдарын билдәләне. Был күрһәткестәр социаль пособиеларҙы һәм башҡа түләүҙәрҙе иҫәпләү өсөн ҡулланыла.
2027 йылдың 1 ғинуарынан йән башына йәшәү минимумы күләме — 18 002 һум. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн — 19 622 һум, пенсионерҙар өсөн — 15 482 һум, балалар өсөн — 17 462 һум. Был нормалар 2027 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә ҡала.
2026 йылда түбәндәгесә: йән башына – 16 856 һум, эшкә һәләтлеләр өсөн – 18 373 һум, пенсионерҙар өсөн – 14 496 һум, балалар өсөн – 16 350 һум.