Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Төп ставка йәнә йылына 14% кимәлендә һаҡланып ҡалды. Рәсәй банкы Директорҙар советының сираттағы ултырышы йомғаҡтары билдәле булды. Банк төп ставканы күтәрмәйәсәк тә, төшөрмәйәсәк тә, тигән фекерҙә ине күпселек эксперттар. Ул юғары инфляция баҫымы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарының артыуы, бюджет сығымдары һәм кредитлау динамикаһының кәмеүенә нигеҙләнде.
24 июлдә төп ставка 14,25% алып 14% тиклем төшөрөлдө. Ул 2025 йылдың июненән 21% башлап даими рәүештә кәмей барҙы. 11 сентябрҙә һәм бөгөн, 23 октябрҙә, ул үҙгәрешһеҙ ҡалдырылды.