Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта22.10.2026

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Фото: Элина Әхмәтова | Башинформ

«Өфө-Лайн» ташыусыһы 288-се «Сипайлово» һауыҡтырыу комплексы — Максимовка» маршрутында юл хаҡын арттыра, тип иҫкәрттеләр мэрияла.

21 ноябрҙән (шәмбе) билет хаҡы 50 һум тәшкил итәсәк, шул иҫәптән «Алға» картаһы буйынса ла.

— Юл хаҡын үҙгәртеү — тотош илдә дөйөм инфляцияға һәм сығымдарҙың, шул иҫәптән яғыулыҡҡа, запас частарға, ремонтҡа хаҡтарҙың, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы артыуына бәйле, автопарктарҙы ла яңыртырға кәрәк, — тип асыҡлыҡ индерҙеләр компанияла.

 



Вернуться назад