Вице-премьер Хөснуллин Башҡортостанды биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проекттары буйынса лидерҙар иҫәбенә индерҙе20.10.2026

Марат Хөснуллин биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү механизмы аша ҡалаларҙы яңыртыу хаҡында һөйләне.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанда биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү өсөн 50 проект тормошҡа ашырыла. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында өсөнсө урынды биләй, Киров өлкәһенән һәм Пермь крайынан ғына ҡалыша. Был хаҡта РФ хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин белдерҙе.

Волга буйы федераль округында бөтәһе 272 проект бойомға ашырыуҙың әүҙем стадияһында, тағы ла 71 территория эшкәртеү стадияһында. 4,8 мең гектар майҙанда бойомға ашырыу башланған, был 22,8 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, был проекттар сиктәрендә 310,62 мең квадрат метр авария хәлендәге торлаҡты күсерергә кәрәк.

«Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү механизмы нөктәле төҙөлөшөнән ситкә китергә һәм тулы ҡала мөхитен булдырырға мөмкинлек бирә, яңы торлаҡ янында мәктәптәр, юлдар һәм коммуналь селтәрҙәр барлыҡҡа килә. Был ташландыҡ территорияларҙы системалы рәүештә яңыртыу ул», — тине Марат Хөснуллин.




Вернуться назад