Ишле ғаиләләр мөлкәт һалымы буйынса ҡайтарма алырға хоҡуҡлы19.10.2026

Был республикала күп балалы ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән льготаларҙың береһе.

Фото: Элина Әхмәтова | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Илдә мөлкәт һалымдарын түләү буйынса кампания бара. Һалым инспекторҙары күп балалы ата-әсәләрҙең льготаларға хоҡуғы тураһында иҫкә төшөрҙө.

Ер һалымы буйынса – бер участканан 6 сутыйҙы кәметеү. Әгәр участка 6 сутый (йәки унан аҙыраҡ) булһа, уға һалым һалынмай. Күберәк икән, мәҫәлән, 7 сутый, бер сутыйға ғына һалым иҫәпләнә.

Торлаҡҡа һалым фатирҙың йәки бүлмәнең майҙанынан 5 квадрат метрға, йорт булһа, 7 квадрат метрға кәмей.

Ҡайтарма һәр бәлиғ булмаған балаға йәки юғары уҡыу йортонда көндөҙгө бүлектә уҡып йөрөгән һәр бәлиғ булған балаға бирелә. Өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ата-әсәләр күп балалы тип иҫәпләнә. Башҡортостанда ошондай 76 мең ғаилә йәшәй.

Ғариза бирергә кәрәкмәй. Һалым хеҙмәте кәрәкле мәғлүмәттәрҙе РФ Социаль фондынан ала, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.



Вернуться назад