Шарттар ҙа, абруй ҙа бар10.07.2012
Санкт-Петербург ҡалаһында “Һөҙөмтәле лидерлыҡ” девизы аҫтында үткән халыҡ-ара иҡтисади форум нимә күрһәтте?

— Лидерлыҡ глобаль торғонлоҡтан һәм тотороҡһоҙлоҡтан сығыуҙың нигеҙле юлын табыуҙан, оҙайлы үҫеш стратегияһы тәҡдим итеүҙән һәм уны тормошҡа ашырыуҙан ғибәрәт. Беренсе булып быға кем ирешә, шул, һис шикһеҙ, стратегик өҫтөнлөк аласаҡ, — тине Рәсәй Президенты Владимир Путин. — Тейешле һөҙөмтәгә өлгәшмәгән, халҡының ышанысын яулай алмаған лидерҙар үҙ илдәрен социаль һәм сәйәси тотороҡһоҙлоҡ һаҙлығына батырасаҡ.

Әлбиттә, форум һөҙөмтәләренә бер төрлө генә баһа биреп булмай. Кемдер Рәсәй һәм сит ил сәйәсәтселәренең һүҙҙәре үҙҙәре башҡарған эштән алыҫ тороуы, шуға уларҙың форумда әйткән ҡыйыу фекерҙәренең дә “һауала эленеп” ҡалыуына шаһит булһа, икенселәренең фекеренсә, Петербург форумы донъя сәйәсәтенә тик файҙаға ғына буласаҡ. Сөнки Рәсәй лидерҙары глобаль сәйәси хәлдәр тураһында Көнбайыш сәйәсмәндәренә ҡарағанда асығыраҡ һәм турараҡ һөйләй.
Элекке финанс министры Алексей Кудрин хәҙерге власты популизмда һәм кесе эшҡыуарлыҡҡа иғтибарҙың артыҡ күп бүленеүендә ғәйепләне. Иҡтисади үҫеш буйынса яңы министр Андрей Белоусов әйтеүенсә, Хөкүмәт эшенең бөгөнгө төп маҡсаттары — инвестицион мөхитте яҡшыртыу һәм, оҙаҡ йылдар көрәш алып барыуға ҡарамаҫтан, әле лә көсәйә барыусы коррупция менән алышыу.
Форумда Рәсәйҙең иҡтисади үҫеше өсөн төп йүнәлештәр асыҡланды, төрлө тәҡдимдәр әйтелде. Эксперттар Игорь Юргенц һәм Ярослав Кузьминов Петр Столыпиндың иҡтисади сәйәсәтен өйрәнеп, йөҙ йыл элек булған бөгөнгө көнгә ауаздаш булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Дәүләт менән эшсе халыҡтың айырылыуы, азатлыҡ һәм тотороҡлолоҡ араһындағы конфликт, институттар урынына шәхестәргә ышаныу асыҡ күренә. Әйткәндәр менән килешмәү ҙә мөмкин түгел. Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш маҡсаттары билдәләнеүгә ҡарамаҫтан, әлегәсә уларҙың күбеһе лозунг булып ҡала килә, әммә аныҡ сараларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгәндәре лә булыуы мотлаҡ.
Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы етәксеһе Андрей Белоусов форум сиктәрендә үткән “түңәрәк өҫтәл”дә өс төп йүнәлеште билдәләне. Улар — сит илгә нефть һатыуҙы кәметеү, социаль өлкәне модернизациялау һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү.
Башҡортостан Рәсәй иҡтисадының локомотивы булған төбәктәр исемлегенә инә. Оҙаҡ йылдар дауамында республика төп капиталға инвестициялар күләме буйынса Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында лидерҙар иҫәбендә барҙы. 2011 йылда барлыҡ финанслау сығанаҡтары иҫәбенә инвестициялар күләме 184,9 миллиард һум булды, был — 2010 йыл менән сағыштырғанда 105,5 процент. Төбәк инвестиция сәйәсәтенең төп йүнәлештәрендә республикала инвестицион мөхит сифатын яҡшыртыуҙы күҙ уңында тотоусы, инвестициялар ағымы өсөн шарттар барлыҡҡа килтереүҙе тәьмин итеүсе эҙмә-эҙлекле саралар комплексын ғәмәлгә ашырыуға баҫым яһала. Башҡортостанда ҙур мөмкинлектәр, инвестицион именлектең юғары күрһәткесе, намыҫлы заемщигы һәм эшлекле партнер абруйы бар. Халыҡ-ара рейтинг агентлыҡтары ла республиканың тотороҡло йәлеп итеүсәнлеген дәлилләй. 2011 йылда “Ғоrbes” агентлығы төҙөгән бизнес алып барыу өсөн иң уңайлы 30 төбәк рейтингында Башҡортостан ун өсөнсө урында ине. Бөгөн “Standard& Poors” һәм “Moodys” халыҡ-ара рейтинг агентлыҡтары республикаға “Позитив” фаразы менән оҙайлы кредит рейтингтары бирә.
Санкт-Петербургта үткән форум төбәк иҡтисадын үҫтереү күрһәткестәрен билдәләне. Уларҙы үҫтереү төбәктең инвестицион мөхитен тәьмин итәсәк һәм иҡтисади инновацияларға шарттар тыуҙырыуға мөмкинлек бирәсәк.
1. Күпселек сәнәғәт предприятиеларында етәксенең алмашыныуы, милектең бер өлөшө бөтөрөлөүе һәм активтарҙы юҡҡа сығарыу һөҙөмтәһе бюджет килеменең кәмеүенә килтерҙе. Уны хәл итеү өсөн һалым базаһын түбәндәгеләр иҫәбенә киңәйтергә кәрәк:
— кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты әүҙемләштереү юлы менән етештереү тармағын үҫтереү;
— хеҙмәт хаҡын “йәшерен” түләүҙе бөтөрөү (аналитиктар мәғлүмәтенә ҡарағанда, ул рәсми хеҙмәт хаҡынан кәмендә 1,3 тапҡырға күберәк);
— төбәк властарының кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һалымдарын кәметеү мөмкинлеген файҙаланыу һалым базаһын киңәйтәсәк, төбәк һәм урындағы бюджет ҡаҙнаһына күберәк аҡса туплау мөмкинлеге бирәсәк.
2. Эшҡыуарҙарҙың эшен әүҙемләштереү йәһәтенән төрлө саралар күрелеүгә ҡарамаҫтан, баҙар инфраструктураһының етешмәүе һиҙелә. Уның айырым өлөштәре булдырылған — кредит учреждениелары, инвестицион компаниялар, бизнес-инкубаторҙар һәм башҡалар. Әммә улар араһында үҙ-ара бәйләнеш юҡ, шунлыҡтан баҙар инфраструктураһының йоғонтоһо түбән.
Иҡтисадты инновацион үҫтереүҙе бик күп сәбәптәр тотҡарлай. Шулар араһында иҡтисадтың потенциалы тейешенсә ойошторолмауы өҫтөнлөк итә, йәғни предприятиеларҙың етештереү кимәлен файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреп, иҡтисад субъекттары үҫешен алдан тәьмин итергә кәрәк.
3. Әүҙем сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәһендә етештереү тармағы икенсе йыл рәттән дөйөм Рәсәйҙән ике тапҡыр юғарыраҡ күрһәткестәр менән үҫеүен дауам итә. 2011 йыл йомғаҡтары буйынса, сәнәғәт етештереү индексы 109,4 процент булды. Етештерелгән сәнәғәт продукцияһы, башҡарылған эштәр һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр күләме 995,8 миллиард һум тәшкил итте. Сәнәғәттә, тотош алғанда, һәм уның айырым тармаҡтарында етештереү ҡеүәттәрен эшләтеү тураһындағы мәғлүмәттәр буйынса, сәнәғәт ҡеүәттәрен эшләтеү күрһәткесе 56,8 процент тәшкил итә. Ҡайһы бер предприятиелар ҡеүәттәрҙе тулыһынса файҙалана. Металлургия, таш күмер сығарыу индустрияһы, урман, ағас, нефть, ҡағыҙ эшкәртеү кеүек тармаҡтар сеймалды тулыһынса эшкәртә.
4. Башҡортостандың бөгөнгө иҡтисадына яңылыҡтар баҙарының һәм тармаҡ фәненең түбән үҫеше хас. Шуға күрә механизмдарҙы тормошҡа ашырыу өсөн яңылыҡтар баҙарын үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар системаһы булдырырға кәрәк.
Был йүнәлештә дәүләттең туранан-тура ҡатнашлығында, дәүләт заказдарын ҡулланыуҙа, фән һәм техниканың өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса тикшеренеүҙәр үткәреүҙә һәм продукция етештереүҙә сағылырға тейеш. Предприятиеларҙа инновация сығымдарын финанслауҙы киңәйтеү күҙ уңында тотолорға тейеш. Фәнни-тикшеренеү, тәжрибә-конструкторлыҡ эштәре сығымдарын продукцияның үҙҡиммәтенә индереү, тиҙләтелгән амортизация механизмын ҡулланыу быға булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ Башҡортостанда кадрҙар әҙерләү сәйәсәтенә үҙгәрештәр индерергә, төбәктең инновацион үҫешенә һәм муниципаль берәмектәргә идара итеү мәсьәләләренә, инновациялар баҙары үҫешенә, интеллектуаль милеккә идара итеүгә иғтибар бирергә кәрәк. Ошо осраҡта ғына юғары мөхитте яҡшыртыу инвестициялар ағымын тәьмин итә, юғары белгестәр булғанда ғына уларҙан файҙаланыу һөҙөмтәле буласаҡ.
Лилиә ВӘЛИНУРОВА,
Оксана КАЗАКОВА,
Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте
һәм идара итеү академияһы профессорҙары.


Вернуться назад