Башҡортостан Башлығы «ИнвестБот» веб-ҡушымтаһы менән таныштырҙы

Башҡортостанда инвесторҙарға республикала уңайлы булһын өсөн системалы эш алып барыла, тип белдерҙе төбәк етәксеһе Радий Хәбиров.
Кемдәр үҙ предприятиеһын асырға йәки производствоны үҫтерергә теләй, улар өсөн төп мәсьәләләрҙең береһе — етештереү майҙансығын һайлау. Киләсәктә уңыш тап шуның менән бәйле, тип ышана Башҡортостан Башлығы.
«Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы «ИнвестБот» веб-ҡулланмаһын әҙерләне. Уның бурысы — белгестәрҙе йәлеп итмәй тороп, бизнесҡа проектты тормошҡа ашырған осраҡта ниндәй иҡтисади һөҙөмтә буласағын аңларға ярҙам итеү. Күптән түгел ҡушымтаның функционалы оптималь локацияны тиҙләтеү өсөн киңәйтелде», — тип хәбәр итте Радий Хәбиров.
Система ҡулланыусының теләктәрен иҫәпкә ала (географик урынлашыуы, өҫтөнлөклө зоналар, һалым льготалары, әҙер инфраструктура, участкаларҙа капиталь ҡаралтыларҙың булыуы). Тулыраҡ мәғлүмәт – бында.
«Инвесторҙар яңы инструментты баһалар тип ышанам. Барыһына ла уңыштар!» – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.