2027 йылда Рәсәйҙә әсәлек капиталы арта01.10.2026

Беренсе балаға түләү 778,5 мең һумға тиклем арттырыла.

Фото: Башинформ | архив

2027 йылдың 1 февраленән әсәлек капиталы беренсе балаға – 778,5 мең һум, икенсеһенә 1 028,7 мең һум була (ғаилә беренсе бала өсөн алмаған осраҡта).

Беренсе бала 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған булһа, икенсе балаға өҫтәмә түләү 250,3 мең һумға тиклем арта.

Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие 1 февралдән 30,4 мең һумғаса күтәрелә.

Был турала РФ хеҙмәт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Әйткәндәй, Башҡортостанда әсәлек капиталы буйынса ғариза дүрт көндә ҡарала.



Вернуться назад