Рәсәйҙә ғаилә ипотекаһының яңы ҡағиҙәләре көсөнә инде01.10.2026

Хәҙер торлаҡ кредиты ставкаһы һәм максималь сумма балалар һанына һәм йәшәү урынына (илдең баш ҡалаларында йәки башҡа төбәктәрендә) бәйле.

Фото: матбуғат хеҙмәте | БР төҙөлөш һәм архитектура министрлығы

1 октябрҙән Рәсәйҙә ғаилә ипотекаһын алыуҙың яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә инде. Тотош илдә (баш ҡала төбәктәренән тыш) шарттар түбәндәгесә, өҫтәүенә һәр ғаиләлә кәмендә 7 йәше тулмаған бер бала булырға тейеш.

Биш һәм унан күберәк балалы ғаиләләргә — ставка 2%, торлаҡ кредитының максималь суммаһы — 10 миллион һум.

Дүрт балалы ғаиләләргә — 4% һәм 10 миллион һум.

Өс балалы ғаиләләргә — 6% һәм 10 миллион һум.

Ике балалы ғаиләләргә — 8% һәм 8 миллион һум.

7 йәштән кесерәк бер балалы ғаиләләргә –  10% һәм 6 миллион һум.

Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә, Санкт-Петербургта һәм Ленинград өлкәһендә шарттар: ставкалар 2 процент пунктына арта, ә суммалар 18 миллион (өс һәм дүрт, унан күберәк бала), 15 миллион (ике бала) һәм 12 миллион (бер бала) тәшкил итә.

Шәхси йорт төҙөү йәки йорт һалырға ер участкаһы өсөн ипотеканың ставкаһы 6% булып ҡала, балалар һанына һәм төбәккә ҡарамай.

Ғаилә ипотекаһының максималь ваҡыты — 15 йыл.



Вернуться назад