Башҡортостанда ауыр транспорт өсөн Тере Танып йылғаһы аша күпер асылды

Башҡортостанда транспорттың бөтә төрҙәре өсөн Дүртөйлө һәм Краснокама райондары сигендә Тере Танып йылғаһы аша күпер асылды. Был хаҡта БР Юл хужалығы идаралығынан хәбәр иттеләр. Күпер Дүртөйлө — Нефтекама юлының 39-сы километрында урынлашҡан.
Күперҙе реконструкциялау хаҡы – 542 миллион һумдан ашыу, эштәр өс йыл дауам иткән.

Республиканың төньяғында Тере Танып аша тағы бер күпер яңыртыла (Борай районында Өфө — Бөрө — Яңауыл юлында). Төҙөкләндереү эштәре йыл аҙағына тамамланыр тип көтөлә.