Бөрө ҡалаһында йылытыу миҙгеле башланды

Бөгөн, 29 сентябрҙә, Бөрө районында йылытыу миҙгеле башланды. Был хаҡта муниципалитет хакимиәтенән хәбәр иттеләр. Ҡалала һәм районда һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларына һәм күп фатирлы йорттарға йылы бирелә башланы. Ҡаланы «Бөрө йылылыҡ селтәрҙәре һәм «Газавтоматика» йылылыҡ менән тәьмин итә. Был предприятиеларға йылытыу миҙгеле дауамында ҡаҙанлыҡтарҙың аварияһыҙ эшләүен тәьмин итеү бурысы йөкмәтелә, тип билдәләнеләр мэрияла.
1 октябрҙән Бәләбәйҙә лә йылытыу миҙгеленең башланыуы тураһында хәбәр иткәйнек.