Башҡортостанда йылытыу миҙгелен башлау көнө билдәле28.09.2026

Октябрҙән төбәктә көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә.

Фото: Башинформ | архив

Октябрь башынан республикала көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 1 октябрҙән социаль объекттарға йылы бирә башларға, ә 6-нан күп фатирлы йорттар өсөн йылытыу миҙгелен башларға кәңәш итте, уртаса тәүлек температураһының +8 градус булыуы фаразлана. Республиканың бөтә муниципалитеттары ла әҙерлек паспорттарын тапшырҙы, тип белдерҙе Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.

Киләһе ҡышҡа фаразға килгәндә, быйыл уның уҙған йылдарға ҡарағанда һалҡыныраҡ булыуы көтөлә.

«Бынан тыш, аңлашылыуынса, киләһе ҡыш хәүефһеҙлекте тәьмин итеү йәһәтенән ҡатмарлыраҡ булмаҡсы», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә республиканың төньяғындағы Балаҡатай, Краснокама, Мәсетле, Тәтешле, Салауат, Ҡариҙел, шулай уҡ Саҡмағош райондары йылытыу миҙгелен башлаған. Уларҙа 59 социаль объектҡа йылы бирелгән. 



Вернуться назад