Бюджетҡа 8 миллиард һум аҡса инеүе көтөлә.

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында мөлкәт һалымын түләү буйынса сираттағы кампанияның башланыуы тураһында белдерҙеләр. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йыл өсөн республикала 2 миллиондан ашыу кеше һалым түләргә тейеш.
Милек өсөн йыйылған һалым 8 миллиард һум булыр тип көтөлә. Шуларҙың 4 миллиарды — транспорт, 3 миллиарды — күсемһеҙ милек, 1 миллиардтан ашыуы — ер өсөн һалым.
Һалымды 1 декабргә тиклем түләргә кәрәк.
Әгәр һалым түләүселәрҙең льготалары булһа, уларға белдереү ебәрелмәй.
Хәбәр иткәнебеҙсә, белдереүҙәр Дәүләт хеҙмәттәре порталына килә. Федераль һалым хеҙмәте идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 200 меңдән ашыу кеше белдереү ҡағыҙҙарын хат менән алыуға өҫтөнлөк биргән.