Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған30.07.2026

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы | социаль селтәрҙәр

Республика аграрийҙары мал аҙығы культураларының яртыһынан ашыуын йыйып алған – үләндәрҙең 311 мең гектары сабылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында. Ведомствола белдереүҙәренсә, йәй башында яуым-төшөмдөң күп булыуы сәбәпле хужалыҡтар сенаж әҙерләүгә ныҡлап тотонған, әлен пландың 75% әҙерләнгән. Бесән запасы 90 мең тонна тәшкил итә.

Ҡышты имен сығыу өсөн төбәктә бөтәһе 650 мең тонна бесән, 1,1 миллион тонна сенаж һәм 1 миллион тонна силос әҙерләргә кәрәк. Бер шартлы мал башына 28 центнер тупаҫ һәм һутлы мал аҙығы берәмеге кәрәк.

Бөгөнгә республикала бер баш малға 11 центнер тупаҫ һәм һутлы мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән.



Вернуться назад