Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте24.07.2026

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Фото: Олег Яровиков | Башинформ

Рәсәйҙә төп ставка йылына 14,25% алып 14% тиклем кәмене. Был хаҡта Рәсәй банкының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Үҙәк банк артабанғы ҡарарҙарҙы инфляция динамикаһына, шулай уҡ «эске һәм тышҡы шарттар яғынан хәүефтәрҙе баһалауға» ҡарап ҡабул итәсәк, тиелә рәсми белдереүҙә.

«Төп сценарий 2026 йылда уртаса төп ставка йылына 14,5-14,6%, 2027 йылда йылына 10,5-12,5% булырын күҙ уңында тота. Беҙҙең фараздар буйынса, яғыулыҡҡа хаҡтарҙың һиҙелерлек артыуына бәйле 2026 йылда йыллыҡ инфляция 6,0-7% тәшкил итәсәк», — тип билдәләнеләр Үҙәк банкта.



Вернуться назад