Тейешле бойороҡҡа Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
РФ хөкүмәте 2026-2028 йылдарҙа хосусилаштырыу планлаштырылған федераль милектәге акционерҙар йәмғиәттәре исемлегенә төҙәтмәләр индереү тураһында бойороҡ сығарҙы. Исемлектә Башҡортостандан өс предприятие: «Салауатнефтемаш», «Ремэнергомонтаж», «Салауат катализаторҙар заводы». «Башинформ» агентлығы ҡарамағында ошондай документ бар.
«Салауатнефтемаш» нефть һәм газ сығарыу, эшкәртеү, ташыу өсөн ҡорамалдар сығара. Катализаторҙар заводы – сәнәғәттә киң ҡулланылған катализаторҙар, адсорбенттар һәм силикагелдәр етештереүсе эре предприятие. «Ремэнергомонтаж» нефть һәм газ ҡорамалдарын ремонтлауҙа махсуслаша.
Федераль милектә һәр предприятиеның 100 процентлыҡ акциялар пакеты бар.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан властары «Асы» һәм «Танып» шифаханаларын һатмаясаҡ.