Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан21.07.2026

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был хаҡта БР сәнәғәт һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған брифингта хәбәр итте.

Фото: Элина Әхмәтова | Башинформ

Әммә сираттар һаҡлана, сөнки бөтә заправкалар ҙа эшләмәй. Мәҫәлән, трейдерҙарҙан бәләкәй партиялар менән һатып алған шәхси АЗС-тар хәҙер конкуренция тыуҙыра алмай, әммә, министр урынбаҫары әйтеүенсә, уларға һатып алыуҙа ярҙам итеү мөмкинлеге тикшерелә, тиҙҙән заправка өсөн урындарҙың күбәйеүе ихтимал.

Бынан тыш, Өфөлә 35 «Лукойл» яғыулыҡ ҡойоу станцияһының етәүһе эшләмәй, был аҙнала уларҙың йәнә яғыулыҡ һата башлауы көтөлә.

АЗС-тарҙа иң оҙон сираттар Дим һәм Инорс кеүек халыҡ күп йәшәгән райондарҙа теркәлә, ҡайһы берҙә 100-150 машина булып китә.

Өфөлә бер автомобилгә яғыулыҡ тултырыуҙың уртаса ваҡыты 6-7 минут тәшкил итте. Шунан сығып, сиратты үтеү ваҡытын иҫәпләп сығарырға мөмкин, тине министр урынбаҫары.

10 литр күләмдә яғыулыҡ һатып алыусыларҙың күберәк булыуы күҙәтелә. Тимәк, күптәр бакты тултырыу өсөн сиратта тора.



Вернуться назад