Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау өсөн производство төҙөлә

Өфө районында ауыл хужалығы техникаһы өсөн запас частар етештереү цехы төҙөлә. Республика йортонда уҙған «Инвестиция сәғәте»ндә «Акрос РБ» компанияһының 250 миллион һумлыҡ яңы проектына дәүләт ярҙамы хупланды, тип хәбәр иттеләр Ауыл хужалығы министрлығынан.
Проект өҫтөнлөклө статусҡа эйә булды, был иһә инвесторға һалым льготалары бирә. Ерҙе рәсмиләштереүҙә район хакимиәте ярҙам күрһәтә. Производствоны 2028 йылда сафҡа индереү планлаштырыла, цехтың 25 хеҙмәткәре йыл һайын 500 агрегат һәм запас частар етештерә ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, инвестор илебеҙҙә ауыл хужалығы техникаһын етештереүсе предприятиеның рәсми дилеры булып тора.