Үҙәк банк доллар һәм евро курсын күтәрҙе

Үҙәк банк ял көндәрендә төп валюталарҙың курсын ҡапыл күтәрҙе. Дүшәмбе, 13 июлгә, долларҙың курсы – 76,6 һум, евро 84,6 һум кимәлендә билдәләнде. 10 июлдән доллар 73 тингә, евро 1,07 һумға артты. Биржала акциялар, ҡиммәтле металдар, аҙыҡ-түлек сеймалы, энергия сығанаҡтары һәм яғыулыҡ һатҡанда йәки һатып алғанда иҫәп-хисап ошо валюталар ярҙамында башҡарыла. Юандең курсы ла артты, бөгөн ул 11,3 һумға һатыла (+14 тин).