Үҙәк банк йөҙ һумлыҡ яңы аҡсаны әйләнешкә индерә10.07.2026

Ул элеккеһенән айырылмай тиерлек.

Фото: Рәсәйҙең Үҙәк банкы | cbr.ru/cash_circulation/banknotes

Рәсәй банкы 10 июлдә 2026 йылда сыҡҡан 100 һумлыҡ яңы аҡсаны әйләнешкә индерә. Был хаҡта банктың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Банкнотаның һаҡлағыс комплексы һәм уң яғының биҙәлеше 2022 йылда сыҡҡан 100 һумлыҡ аҡсаға тап килә. Үҙгәрештәр купюраның икенсе яғына ҡағыла: хәҙер уның уң яҡ өҫкө мөйөшөндә Үҙәк федераль округ картаһының стилләштерелгән һүрәте төшөрөлгән.

Бынан алдараҡ Үҙәк банк Пятигорск ҡалаһы һүрәтләнгән 500 һумлыҡ яңы купюра сығарыу пландары хаҡында хәбәр иткәйне.

Фото: Рәсәйҙең Үҙәк банкы | cbr.ru/cash_circulation/banknotes


Вернуться назад