Республикала ярты йыл эсендә 650 мең «квадраттан» ашыу торлаҡ төҙөлә башлаған09.07.2026

Республикала ярты йыл эсендә 650 мең «квадраттан» ашыу торлаҡ төҙөлә башлаған

Фото: Элина Әхмәтова | «Башинформ»

Дом.РФ льготалы ипотека программалары операторы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда ғинуар-июнь айҙарында 657 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлә башлаған. Был күләм 2025 йылдың тәүге ярты йыллығына ҡарағанда 86% күберәк.

Ағымдағы йылдың апрель-июнь айҙарында 183 мең квадрат метр файҙаланыуға тапшырылған (2025 йылдың II  кварталына 53%). Йәғни төҙөлөштәрҙең күпселек өлөшө йыл башында сафҡа индерелгән.

Дөйөм алғанда, 1 июлгә Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө портфеле яҡынса 3,6 миллион квадрат метр тәшкил иткән (2025 йылдың 1 июленә +5%).

Бынан алдараҡ республикала яңы төҙөлгән йорттарҙың нисек һатылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.



Вернуться назад