Башҡортостанда аграрийҙар өсөн льготалы кредит биреүҙең яңы тәртибе раҫланды
Республикала Ауыл хужалығы министрлығының агросәнәғәт комплексы предприятиеларын кредитлау мәсьәләләре буйынса махсус комиссияһы эше тураһында яңы положение раҫланды. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡул ҡуйған бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Документҡа ярашлы, комиссияның составы һәм эш регламенты раҫланған. Ул ауыл хужалығы предприятиеларының кредит алыуға ғаризаларын ҡарай. Комиссия составына министрлыҡтың 5 белгесе индерелә.
Комиссия кредиттарҙың маҡсаты агросәнәғәт комплексын үҫтереү дәүләт программаһына тура килеү-килмәүен тикшерә, түләргә һәләтле булыуын баһалай, «Агросәнәғәт комплексы субсидиялары» махсус автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы аша федераль субсидияларҙың ҡалған өлөшөн күҙәтеп бара.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиелары Ҡаҙағстанға һәм Ҡырғыҙстанға 2,7 мең тоннанан ашыу бойҙай оҙатҡан.