Республикала уңыш йыйыу эштәре башланды08.07.2026

Республикала уңыш йыйыу эштәре башланды

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы | архив

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан ураҡ кампанияһының башланыуы тураһында хәбәр иттеләр. Илеш районында ужым рапсын сабыуға төшкәндәр. Тимәк, тиҙҙән башҡа субтөбәктәрҙә лә ошо майлы һәм башҡа культуралар өлгөрә, һәм барыһы ла уңыш йыйыу эшенә тотона.

Шуның менән бергә мал аҙығын әҙерләү дауам итә. Хәбәр иткәнебеҙсә, яуым-төшөмдөң күп булыуына бәйле хәҙер сенажға баҫым яһала. Тупаҫ һәм һутлы мал аҙығы әҙерләнгән – пландың 42% үтәлгән.





Вернуться назад