Республика делегацияһы «Иннопром-2026» күргәҙмәһендә ҡатнаша

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы 6-9 июлдә Екатеринбургта «Иннопром-2026» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша.
Республиканың машиналар эшләү, химия сәнәғәте, импортты алмаштырыу өлкәһендәге ҡаҙаныштары күрһәтелә, шулай уҡ 2025 йылда сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелегенә йомғаҡ яһала, тип белдерҙе Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Былтыр «Иннопром-2025» күргәҙмәһе йомғаҡтары буйынса Башҡортостан дөйөм суммаһы яҡынса 5,5 миллиард һумлыҡ бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».