Баш ҡала властары әлегә яғыулыҡҡа бәйле хәлде ҡул режимында контролдә тота.

Әлегә яғыулыҡ менән бәйле хәл яйға һалынмаған. Башҡортостандың баш ҡалаһында яғыулыҡ ҡойоу станцияларында Йәмәғәт именлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре дежурлыҡ итә. Айырыуса был бензинды канистрҙарға һәм башҡа һауыттарға ҡойоп һатып алыуға, шулай уҡ сираттарға ҡағыла.
«Хәл тотороҡланғансы ҡул режимында контролдә тотоуығыҙҙы һорайым. Ажиотаж осорон бергә үтергә тейешбеҙ», — тине Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов мэрияла уҙған оператив кәңәшмәлә.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда яғыулыҡ баҙарындағы хәл тураһында брифингтар ойошторолоуын хәбәр иткәйне.