Республикала янғындарҙа 112 кешенең ғүмере өҙөлгән30.06.2026

Республикала янғындарҙа 112 кешенең ғүмере өҙөлгән

Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостанда йыл башынан янғындарҙа 112 кеше һәләк булған, уларҙың 4-һе – балалар. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы хәбәр итә.

Ведомствола республикала йәшәүселәрҙе янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыралар.

«Балаларҙы өйҙә яңғыҙын ҡалдырмағыҙ. Янғын сыҡҡан осраҡта шунда уҡ 01 йәки 112 номерҙары буйынса янғын хеҙмәтенә шылтыратығыҙ. Аныҡ адресты һәм янғын тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте әйтегеҙ. Янғын ваҡытында еүеш туҡыма аша тын алығыҙ, шкафҡа йәки карауат аҫтына йәшенмәгеҙ, урамға сығығыҙ, лифт менән файҙаланмағыҙ, тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе асмағыҙ. Һауа ағымы ялҡынды көсәйтә генә», — тип билдәләнеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфөлә лифт шахтаһында эшсенең һәләк булыуын хәбәр иткәйне.



Вернуться назад