Рәсәйҙә ғаилә ипотекаһы ҡағиҙәләре октябргә тиклем һаҡлана30.06.2026

Рәсәйҙә ғаилә ипотекаһы ҡағиҙәләре октябргә тиклем һаҡлана

Фото: «Башинформ» | архив

«Ғаилә ипотекаһы» программаһының шарттары 1 октябргә тиклем үҙгәрешһеҙ һаҡлана. Был хаҡта Рәсәйҙең Финанс министрлығы хәбәр итә. Бынан алдараҡ 1 июлдән ҡағиҙәләрҙе үҙгәртеү мөмкинлеге тикшерелде.

Мәҫәлән, ғаиләлә балаларҙың һаны буйынса дифференциациялы ставкалар индереү тураһында һүҙ барҙы.

Финанс министрлығында әйтеүҙәренсә, хәҙер ҡыҙыҡһыныу белдергән ведомстволар Рәсәй президенты йөкләмәһен үтәү барышында «Ғаилә ипотекаһы»н камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләй. Шуға бәйле программаның шарттарын үҙгәртеү тураһында ҡарар 2026 йылдың 1 октябренән һуң ҡабул итергә тейеш.

Хәбәр иткәнебеҙсә, республикала льготалы ипотеканың өлөшө 35% тиклем кәмегән.

 



Вернуться назад